1.Ялҡын.
Ялҡын алам ут- усаҡтан,
Ялҡындан сыға
янғын.
Ялҡындың дәрт –көсө менән
Йөрәгем дөрләп
янһын.
Ярты йөрәгем
- ҡояштан ,
Яртыһы
ҡарлы – боҙло.
Түрендә - яҡты
фоҡтар,
Тәрәндә һағыш – тоҙо.
Дәрт алам ҡояш – йөрәктән,
Өшөйөм боҙлоһонан.
Өмөттәр менән
уянам,
Сарсайым тоҙлоһонан.
Әллә юҡҡа
ғына уттан
Ялҡын алам, ҡыуанам.
Эшемде лә , үҙемде лә
Ялҡын менән һуғарам.
Ярым – йорто, быҫҡып ҡына
Йәшәмәйем донъяла.
Ялҡын булып,
эҙем ҡалһын
Бик аҙ
ғына булһа ла.
2.Егетлек.
Ана тора ғорур
ҡая.
Ул тыныс , сабыр, бейек.
Тормош юлын ҡая
тимәй,
Менәһе ине елеп.
Ҡосағым йәйеп ынтылдым,
Бейеклек еле зәһәр.
Алға ҡарап , аяҡ
аҫты,
Абайланмаған , ҡәһәр…
Тормош шулай, ҡаяһына.
Тир түгә-түгә үрлә.
Түбәһенә менгәс әле:
“Был – мин, ҡарағыҙ!” - тимә.
Ниндәй бейеклек булмаһын,
Төшөү тигән нәмә бар.
Түбәһенән ҡолау ауыр,
Түбәндә лә гел таштар
.
…Ыңғырашмай төш һин , кешем –
Ҡая - ғорур, бейеклек.
Шул бейектән матур
итеп,
Төшә белеү егетлек.
3.Улым салғы
һорағайны …
йәки 1998
йылдың йәйе.
Баҙал бите.Бесән сабам,
Шау-сәскә бәрхәт болон.
Артымдан инәлеп килә,
Салғымды һорап улым.
Туҡтап хәл алайым
әле,
Ял итеп алһын салғым.
Күҙалланым хыялымда
Улымдың үҫер сағын.
…Төпсөк бит ул , таянысым,
Сабында ятыр бакуй.
Донъяға ир ҡулы
кәрәк –
Күңелендә шул бер
уй.
Беләктәре әле шыйыҡ,
Ә һелтәүе – минеке.
Ә һелтәүе – минеке.
Бары салғыһы етеле ,
Ә минеке - ун ике.
Янһа –яныр, хәлдә тайыр,
Төкөрөр ҙә усына,
Ҡабарһа ла ус- ҡулдары
Сығыр бакуй осона.
/”Еренә еткер эшеңде “,-
Тип әйткәнмен улыма/.
Атай ҡулы теймәһә лә ,
тыңлар әле салғыһы.
Ете йәштә салғы
һорап.
Киләлер инде улымдың,
Миңә алмаш булғыһы…
4. Кем кемгә эйәрә?
Донъя көтәм, эй
йүгерәм.
Ҡош – ҡорттарға ем бирәм.
Һарайға барып быҙауҙы,
Һыу эсереп өлгөрәм.
Нәркәс ҡыҙым , бәләкәй
шул
Итәгемә йәбешкән.
Арттан ҡалмай, ҡолап китә.
Илай , саҡһа кесерткән.
“Эй, бәләкәс, көләкәсем,
Эйәреп, һәр бер
ергә.
Бер тотам ҡалмай йөрөйһөң,
Әйтерһең дә күләгә”.
Ҡыҙым етди
әйтеп ҡуйҙы:
“Эйәрәмме мин һиңә?
Улайһа , алдан барайым,
һин
эйәрерһең миңә!”
5.Кем кем
менән йоҡлай.
Ҡунаҡ килгән. Һылыу
апай,
Ҡайтып бара ауылға.
Төнгә ҡалғас алыҫ
юлы,
Беҙгә килеп туҡтаған.
Йоҡлар мәл еткәйне,
өйҙә,
Ығы – зығы , дау ҡупты.
“Кем кем менән
йоҡлай бөгөн?-
Тип улым әйтеп
ҡуйҙы.
«Мин әсәй менән
ятайым,
Унһыҙ йоҡлай алмайым.
Йә юрған төшөп китә , йә
Карауаттан ҡолайым.
Бергә ятып йоҡлаһындар
Һылыу апай, атайым”!
…Үҙе файҙаһын ҡайырып,
Урын бүлә малайым.
6.Үрсемһеҙ
бөжәк,
йәки
улымдың яуабы…
Мәктәптә ҡайтып сумкамды
Ҡуйғайным һикәлтәгә.
Ҙур тараҡан килеп сыҡты
Бына һиңә мәрәкә.
Мин аптырап торғансы
Инеп китте ярыҡҡа.
Кире сығарып
булманы,
Ҡурҡытып та, соҡоп та.
Әсәй ҡайтты төшкө
ашҡа,
Әҙер минең яңылыҡ.
“Тараҡан ҡайтҡан сумкамда,
Ана, ярыҡта , ҡыҙыҡ”.
Әсәйем киттте көйөнөп:
“Ул бөжәк бик
үрсемле,
Күбәйеп , таралмаҫ элек,
Юҡ итеүең хәйерле”.
Эй , эҙләнем ул дошманды
Тотоп юҡ итеү теләк.
Әсәй ҡайтҡансы булыштым,
Ҡулда - сөй, таяҡ, көрәк.
Соҡоп ҡараным ярыҡты,
Тәүҙә сөй, таяҡ менән.
Көрәкте тығып шаҡарҙым-
Бөжәкте тотоу теләк.
Юҡ, табылманы хәшәрәт,
Әсәйгә ни тиергә?
Алдарғамы? Юҡ, барыбер,
Тура килер әйтергә.
Әһә таптым!
Әсәй ҡайтты,
Мин эре яуап тотам:
“Үрсей алмаҫ , сөнки ул-
Ата тараҡан булған!
Кәләш алмай ҡартайҙы бит,
Күрше Илдар ағайым.
Был да шулай яңғыҙ
йәшәр,
Үрсем булмаҫ, моғайын”.
7.Күсмәй ҡалған
уҡытыусы…
Уйға ҡалам, класымды
Сығарырға мәл етә.
Уҡып –яҙырға өйрәттем,
Биреп өгөт – нәсихәт.
“Бишенсегә күсерһегеҙ,
Китерһегеҙ минең ҡулдан.
Китерһегеҙ минең ҡулдан.
Татыу, ярҙамсыл булығыҙ,
Абынмағыҙ оло юлда.
Ә мин тағы беренселә
Уҡыу башлап ҡалырмын.
Бәләкәй малай – ҡыҙҙарҙы
Уҡытырға алырмын”.
Ихлас тыңлайҙар һүҙемде.
Класс шып – шым әле
ҡалай.
Шул саҡ бер шаян уҡыусым
Әйтеп һалды бит, малай:
“Беҙ бишенсегә күсәбеҙ,
Ә һин бик йәлһең , апай.
Белемеңдң беҙгә биреп.
Ҡалаһың бит … күсәлмай”.
8.Аттар.
Йөк тейәлгәс арҡаһына ,
Башы эйелгән түбән.
Башы эйелгән түбән.
Ҡамсы төшә арҡаһына
Атҡайым , нисек түҙәң?
…Болонда утлай тағы
ат,
Тамаҡ туҡ, күңеле
көр.
Үшән атты, ялҡау атты
Берәү ҙә екмәгән, күр!
“Хәленән ни килер
тиһең,
Кәрәге уның бер
тин.
Иҫәпкә бар, һанға
юҡ ул”,
Ҡул һелтәйҙәр шулай
тип…
…Йөкһөҙ атҡа ҡамсы
төшәме ни?
Эшләгәне кешнәп ҡараһын!
Тормошта ла яҙылмаған
ҡанун,
Әүҙем кеше ала
язаһын…
Ҡаһарманова Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы, Өфө районы Шамонино урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий