Минең педагогик фәлсәфәм..
Эссе.
“Ярты төндә
уянып,
Йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы-
Таралышҡан ҡуйҙарҙы-
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым?”
Р.Ғарипов
“Мин йәшәйем икән , тимәк уйлайым,
хыялланам, һөйәм”.
Н.Островский.
“Миндә ике кеше йәшәй: берәүһе ысын тормош
менән йәшәй, ә икенсеһе уйлай һәм уны
хөкөм итә”.
М.Ю.Лермонтов
...Үҙ өҫтөмдә туҡтауһыҙ
эшләү, эҙләнеү, һәр һорауға
яуап эҙләү ,
яңылыҡтарҙы әҙер килеш түгел , ә
уйланып ҡабул итеү,
өлкән коллегаларым
тәжрибәһенән ниндәйҙер яңылыҡ
алырға тырышыуым күп уйланырға,
ҡайһы саҡта фәлсәфәгә
бирелеп алырға, проблемалар солғанышынан
сығырлыҡ дөрөҫ юл
эҙләргә мәжбүр итә ине.Бөгөн дә
төрлө темаға , күбеһенсә эшемә бәйле фәлсәфәгә бирелеп , уй-фекерҙәр төйнәп
алам.
...Яңы быуатҡа кешелек ниндәйҙер өмөттәр бағлап
аяҡ баҫһа ла , Рәсәйҙәге
“көнбайышлаштырыу”сәйәсәте күп
хаталарға калтерҙе. Баҙар мөнәсәбәте,
донъя цивилизацияһына ҡушылырға ынтылыу
лозунгылары аҫтында йәштәрҙең
рухын һындыру, рухи кризис сәйәсәте бара.Ошондай шарттарҙа мәктәптә тәрбиә эшен ойоштороу
ауыр, сөнки балалар ят рухҡа- көнбайыш
цивилизацияһына табынып үҫә.Рухи ныҡлыҡ
тәрбиәләү өсөн , М.Бураҡаева әйтеүенсә,
өс таяныс кәрәк: маҡсат,
үҙ көсөңә ышаныс , ихтыяр.
Ошо өс тағанды таймаҫлыҡ
итеү беҙҙән, уҡытыусыларҙан, рухи ныҡлығыбыҙҙан тора.Һәр бала алдағы
көнгә ышанһын, өмөт менән
йәшәһен, кемгәлер таянһын һәм
ышанһын.Бала күңеленә юл табыу, өмөт
усағын дөрләтеүсе төп кеше- уҡытыусы, әлбиттә. Тик дипломы
булған һәр кем уҡытыусы
була алмай- кешенең тәбиғәттән
бирелгән һәләте лә кәрәк..Миңә
әллә күпме күҙҙәрҙең-ата-әсәләрҙең,
балаларҙың күҙҙәре төбәлеүен
бөтә йәнем менән тоя, уларҙың өмөтөн аҡларға тырыша инем,
кәңәш һораһалар, кемгәлер ярҙам итә алһам, ҡыуана инем. К.Кинйәбулатованың
“Уҡытыусы булһаң” шиғырынан түбәндәге һүҙҙәр минең кредом булып
тора:
Ҡайғы-шатлыҡтары
балаларҙың
Йөрәгемә
минең тулышҡан
Кеше генә белмәй, үҙем беләм
Күпме түҙем , сабырлыҡтар кәрәк,
Уҡытыусы булһаң,
тормошта
Тағы
уйҙар тыуа.Тик йөҙ һәйбәт, түҙем уҡытыусы ла рухлы ғаиләне, иң мөһиме - атайҙы алмаштыра
алмай. “Аталы бала арҡалы”, “Атаһы болан алмағандың балаһы ҡолан алмаҫ”, - тигән халыҡ.
Ғаиләлә баланы
һаҡлаусы, рухи яҡтан көс булырҙай ата - әсә булыу мөһим. Күңеле кителеп , кемгәлер үс
тотоп йәшәгән баланың
йәне тыныс булырмы
һуң?, Ғазаплы йән , үҫеп
еткәс, һынған рухлы
нәҫел ҡалдырмаҫмы?Ҡыҙғанысҡа ҡаршы , тыуғанда уҡ төрлө
сәбәптәр арҡаһында атаһын
белмәгән балалар бар. Уларҙың
күңелендә рухи ризаһыҙлыҡ -
үҙеңде кәмһетеү, оялыу, икеләнеү,
хәүеф, ризаһыҙлыҡ тойғоһо, аҙғынлыҡ булмаһын
өсөн ни эшләргә? Тыуғанда уҡ олатаһы
тарафынан ғына түгел , ә
үҙ атаһының үс алыу өсөн
ойошторолған интригаһы арҡаһында етемлеккә дусар
ителеүсе баланың яҙмышын
уйлап күҙалларға маташыуымдың ,
ошо темаға фәлсәфәүи
фекерҙәремдең емеше булып ,
1999 йылда “Бизмән”
тигән хикәйәм тыуҙы../Хикәйә тулыһынса 2013 йылда республика “ Аҙна”
гәзитендә баҫылды/. Ҡәтғи фекерем ошо : бала етем үҫмәҫкә, етем
булғанда ла етемлекте тоймаҫҡа тейеш, сөнки ул –ил киләсәге, күңеле китек булмаһын.
Түбәндәге
шиғырҙарымда ла ошо уйым урын тапҡан:
Һеҙгә бит
килергә ҡушҡандар,
ниңә аҙ
килдегеҙ , атайҙар?
Йыйылыш сиреккә
бер була
күп
түгел , минеңсә, ул ҡәҙәр.
Әсәйҙәр, ниңә гел әсәйҙәр,
белмәйсә ҡалмаған – килгәндәр
ваҡытын тапҡандар,баламдың
уҡыуын беләйем, тигәндер.
Эштәрен
ҡалдырып килгәндәр-
мәктәпкә
килергә ашыҡҡан.
атайҙар-
буш түгел , бушамай.
баланан
да мөһим эш сыҡҡан...
....Йыйылыш.
Йыйылыш.Йыйылып
ҡарғышлы
, күҙ йәшле көндәрҙә
Ҡайтмаған ирҙәре
урынына
һаман
да тол әсә йөрөгәндер...
Һуғыштар
бик күптән үттеләр...
Ниңә
һеҙ аҙһығыҙ, атайҙар?
Бала күңеленә юл
эҙләп тә маташам шиғырҙарымда:
Юлдар
саты, ете юлдар саты...
Ҡайһы юлдар һине саҡыра?
Бала дуҫым,
һинең күңелеңдә
Ниндәй
таң йондоҙо яҡтыра?
Нисек
белергә һуң?
Врач аппараттан,
Тыңлап
һиҙһә йөрәк тибешен.
Ниндәй һәләт күңелең түрҙәрендә,
ниндәй
гәүһәр йәшереп йөрөйһөң?
Тормош еле
һине айҡағанда
Ҡалмаҫһыңмы
арып, аҙашып.
Нисек
күрһәтергә ғүмереңә
маяҡ булып яныр юл башын?
Шундай юлды, күгең
яҡтыртырлыҡ
ҡояш
нуры һымаҡ һирпелеп,
Шундай юлды,”Рәхмәт, уҡытыусым”
-тип
әйтерлек миңә бер килеп.
“Тимәк, бала
күңелендә эҙ ҡалдырырлыҡ, рәхмәт һүҙен ишетерлек уҡытыусы булырға “,-тигән
фекер күңелдә нығына.
Йәштәр араһында таралған аҙғынлыҡ, эске
мәжлестәре менән буш ваҡыттарын үткәрергә яратыусылар уйҙарға һала.Һорауҙарға яуап
эҙләп уйланам, күңелемдә шиғыр юлдары
ярала .Әйтерһең дә күңелем сағыла унда, хистәрем сайпылып китә...
Аҙғын ҡыҙға.
Үс алаһыңмы берәүҙән
Донъя һиңә уйындай.
Аҙғын
тормош һаҙлығына
Батаһың
бит муйындан.
йә, күҙ
һал әле үҙеңә:
Һин бит
сая, һин сибәр.
Күбәләктәй шаянһың да ,
әйҙә ,
йылмайып ебәр.
Килде-китте
тормош эҙе,
ана,
китте йөҙөңдән.
Көлмә
үҙеңде үҫтергән,
кеше
иткән ереңдән!
Ике ҡатлы тормош
юлың,
Юҡ уның
бөтөнлөгө,
Хыялландырмай алдағы,
Көйҙөрмәй
бөгөнгөһө.
Тыйып
ҡалдыр наҙҙарыңды
балаң
киләсәгенә.
Йүгәнләсе
хистәреңде
Ғаиләң
хәстәренә.
Аңла дөрөҫлөктө – тимәк,
тормошоң,
сибәрлегең,
уңғанлығың
, зирәклегең,
әшәке
уйынға ғына
сарыф
ителгәнлеген.
Сер түгел , уҡытыусы тигән исемгә тап төшөрө төшөүселәр
ҙә бар . Күңелемдә үҙемде ғәйбәттәрҙән
өҫтөн, Рәми ағай әйтмешләй,
“кеше” булырға саҡырып, шиғыр-
кредом тыуа.
Эй,нахаҡ та кеше һүҙе.
Нихәл
итәһең – түҙ, йән!
Ҡайһы
дуҫтар ҡарашы ла
Үҙгәреп
китә - һиҙәм.
Кемдер
йәшерен йылмая.
Берәү ,
ана , ҡыҙғана.
Өсөнсөһө:
бер ни юҡ ти
Дәрүиштәй
ҡылана.
Эстән
янам, сер бирмәйем.
Таптым
эске таяныс.
Ул
-күңелем ныҡлығында.
Үҙ-үҙемә
ышаныс.
Юҡ!Танауҙы
күтәрмәйем ергә лә төшмәй күҙем
Тыныс ҡына алға
барам.
Эй,
хоҙайым , бир түҙем!
Йылмайып
– көлөп , ғәйбәттең
юҡҡа сығарам
һүҙен.
Уйлағанын
улар миңә
әйтә
алмайҙар өҙөп.
Сапсынмайым, рәнйетһә лә
Үлтермәҫ
кеше һүҙе.
Эшемдең
хаҡлығы менән
Аҡлармын әле үҙем.
Эйе, кеше
менән эшләү, уртаҡ тел табыу,
уларҙы үҙ фекереңә
ышандырыу, артыңдан эйәртеү өсөн
иң тәүҙә үҙеңдең рухи ныҡлығың кәрәктер
ул. Был фәлсәфәм “Егетлек” исемле шиғырымда:
Егетлек.
Ана
тора ғорур ҡая.
Ул
тыныс, сабыр, бейек.
тормош
юлы ҡая тимәй,
менәһе
ине елеп.
Ҡосағым
йәйеп ынтылдым.
Бейеклек
еле зәһәр.
Алға
ҡарап, аяҡ аҫты
Абайланмаған,
ҡәһәр
...Тормош
шулай. Ҡаяһына
тир
түгә-түгә үрлә.
Түбәһенә
менгәс әле
“Был-мин,
ҡарағыҙ!” тимә.
Ниндәй
генә бейек менмә,
төшөү
тигән нәмә бар.
Түбәһенән
ҡолау ауыр,
Уртаһында
ла таштар.
...Ыңғырашмай
төш һин , кешем!
ҡая ғорур – бейеклек.
Шул
бейектән матур итеп
төшә
белеү егетлек!
Күңел донъямдың ҡайһы ишеген асма, фәлсәфәүи уйҙар, уйҙар…Эшем бала күңеле-
аҡ ҡағыҙға матурлыҡ, изгелек, шәфҡәтлелек орлоҡтарын сәсеү, уларҙы ысын кеше,
шәхес итеп тәрбиәләү менән менән бәйләнгән икән, тормоштағы һәр һорауға әҙер яуабым, үҙ фекерем булырға һәм заман менән бергә атларға
тейешмен. Сөнки мин -уҡытыусы, күпте белергә , артымдан кешене эйәртә, һүҙемә ышандыра белергә тейеш кеше. Ошоғаса тарихтың бөтә
ҡоролошонда ла иң хөрмәтле
һаналған һөнәр эйәһемен. Бөйөк Платон
юҡҡа ғына “Тик өс
һөнәр генә Хоҙайҙан
бирелгән- табип, уҡытыусы, хөкөм
итеүсе” тимәгәндер.
Шуға ла миндә ике кеше йәшәй: берәүһе
ысын тормош менән йәшәй, йәш быуынға
белем бирә, күңелдәрҙе
яҡшы һүҙ менән
дауалай, ә икенсеһе уйлана,
фекер төйнәй
Өфө районы Шамонино урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Ҡаһарманова Зөлфиә
Ғәбит ҡыҙы, Рәсәй Федерацияһының
мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан
Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Өфө районы Шамонино урта
мәктәбе уҡытыусыһы Ҡаһарманова Зөлфиә
Ғәбит ҡыҙына 30 сентябрҙә 55 йәш
тула.
Ул 1978 йылда Белорет педагогия
училищеһын тамамлап, Бөрйән районында
мәктәп интернатында эш
башлай, 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетын
тамамлай.
Уның тырыш хеҙмәте юғары баһалана:
ул Рәсәй Федерацияһының мәғариф
алдынғыһы, Башҡортостан
Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны, оҫта уҡытыусы.
Тормошта өс таяныс : маҡсат, үҙеңә
ышаныс , ихтыяр көсө уның
тормош юлдашы. 31 йәшендә, атайыбыҙ
вафат булғандан һуң, 2
бәләкәй бала менән иҫке донъяла
ҡалғанда ла бирешмәне
ул. Донъяһын да тергеҙҙе, эшендә лә өлгөрҙө, беҙҙе лә
ҡараны.Тормош ваҡлыҡтарына
иғтибар итмәй, ауырлыҡтарҙы сабыр аҡыл
менән хәл итеп, яманлыҡҡа ла изгелек менән яуап
биреп йәшәй әсәйебеҙ. Уның
ҡулынан килмәгән эш юҡ. Өйҙә тегә, бәйләй, тәмле аштар әҙерләһә, тышта ҡулында көрәк, һәнәк , салғы, балта , йышҡы булыр ине. Эшләгәндә янып
эшләһә, ял иткәндә кеше
күңелен асыусы: матур йырлай,
бейей, шиғырҙар һөйләй, гармунда , мандолинала , ҡумыҙҙа
уйнай. Шиғыр- хикәйәләре лә матбуғатта
донъя күрҙе. Уның хаҡында
дуҫтары, туғандары; “Ҡыш ҡарҙа ҡаҙан
ҡайнатыр ҡатын” тип әйтәләр ине.
Ҡайғы-шатлыҡтары балаларҙың
Йөрәгеңә һинең тулышҡан
Кеше белмәй, үҙең беләһеңдер,
Аҡыл,
түҙем , сабырлыҡтар кәрәк,
Ысын
әсәй булһаң тормошта.
Әсәй! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел
тыныслығы, ғаилә именлеге
, бәхетле тормош , балалары һәм
ейән-ейәнсәрҙәре наҙына төрөнөп йәшәүеңде
теләйбеҙ.
Улың Динис,
киленең Альбина, ҡыҙың Нәркәс, кейәүең Радис, ейәнсәрҙәрең Лиана, Камилла,
Аэлита.
Комментариев нет:
Отправить комментарий