среда, 6 января 2016 г.

О Л.Хасановой

Ғәҙәттә, тормошобоҙҙан  йәки  үҙебеҙҙән  ҡәнәғәтһеҙлек  тойғоһо  кисергән  саҡта  донъя  түңәрәк  булмай  инде  ул  тип  йыуанабыҙ.  Ә  миңә  күптән  түгел  генә  түп-түңәрәк  донъялы  кешене  осраттым  кеүек тойола. Аҡылы  менән  йөрәге  килешеп  йәшәгән кешене. Хыялдары  менән  мөмкинлектәре  тап  килгән  даланлы  уҡытыусыны.       Ул- Өфө  районы  Чесноковка  мәктәбенең  башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәте  уҡытыусыһы  Яҡупова  Гөлсәсәк  Камил  ҡыҙы.


      Эйе, ожмахта  йәшәмәйбеҙ. Моғайын, уның да  эсе  бошҡан ,   хаталанған , уңышһыҙлыҡҡа  осраған  мәлдәре  барҙыр. Әммә  былар  саф  һыулы  мөлдөрәп  торған  күл  өҫтөн божралатып  алған  ваҡ тулҡындар  кеүектер ,  тип  уйлайым.
     Үҙ-үҙенә талапсан , һәр  саҡ  кешеләр  менән алсаҡ, йор  һүҙле  был  ҡатын  менән  мин  уның асыҡ  дәресендә  таныштым. Шунда  уҡ,  күптәнге  танышымдай,  аралашып та  киттек. Эшенә  ҡағылышлы  кәңәш  һүҙҙәрен   ихлас  ҡабул итә  белеүе, маҡтағанда  ла   танауын  күккә  сөйә белмәүе ,  тәнҡиткә  лә  йор  һүҙҙәр менән   яуап  биреүе һоҡландырҙы. Бигерәк тә   хәҙерге  заманда  ҡайһы  бер  йәштәрҙең  кеше  һүҙен  ҡабул  итә  белмәү, йәки кәрәк  саҡта  эс-бауырыңа  инеп ,  аҙаҡ  һыртын  ҡуйып үтеп  китеү кеүек күренештәр  булған  саҡта ,  был  асыҡлыҡ, күңел  матурлығы  миңә ,   инде  хаҡлы  ял  тураһында уйлай  башлаған  тәжрибәле  уҡытыусыға ,   бик  оҡшаны.
     Таланттарға  бай  яҡтан – Баймаҡтан  ул.  Бәләкәй  генә  булһа  ла  Башҡортостанға  күп  данлы  шәхестәр  биргән  Сыңғыҙ  ауылынан. Тарихсы Ә .Әсфәндиәров, композиторҙар   Х.Әхмәтов ,  Н.Мөстәҡимов, мәшһүр  бейеүсе  Р.Туйсина  уның  ауылдаштары,  ырыуҙаштары. Шулай  булғас, уның  йыр-бейеүгә  маһирлығына , тиҙ  генә  шиғри  юлдарға  һалып , ихлас , матур  итеп  әңгәмә  ҡора  белеүенә  аптырарлыҡ  та  түгел. Матур итеп, мәҡәл-әйтемдәр  ҡулланып халыҡсан   һөйләшә , үҙ  фекеренә инандыра  белә  ул  Гөлсәсәк. Сәнғәткә, әҙәбиәткә   ғашиҡ.Туған  телдән,туған  моңдан рух  күтәренкелеге  алып  йәшәгәнгә  лә  ул мөләйем ,  ихлас,  ябай  һәм  матур. Күңеле  менән ,   эше  менән ,  йөҙө  менән  матур.  Шуғалыр  ҙа  уның  кешеләр  һәм  донъя   менән  мөғәләмәһе лә  аяҙ,  ғәҙел, ябай   һәм ихтирамлы. Кәперәйергә , мин-минлелеген  күрһәтергә, өҙгөләнергә  лә  кәрәк  түгел  уға.  Сөнки  ул  был  тормошта  үҙ  урынын  тапҡан ,   теләктәрен  ғәмәлгә  ашыра  ала. Шуға күрә  уға  башҡалар  алдында  үҙ  шәхесен раҫлау  өсөн  өҫтәмә  дәлилдәр  кәрәкмәй. Шул  уҡ  ваҡытта  уңыштарының  нигеҙендә  тырышлыҡ,  төплө  белем ,   тәбиғи  һәләт, ныҡлы  ихтыяр  һәм  көслө  фиғел  ята.
     Бәләкәйҙән уҡыуға  зирәк Гөлсәсәк  Камил  ҡыҙы мәктәпте  тамамлай, Өфөгә уҡырға килә, юғары  белем  ала. Тик  уға  яҙмыш  ҡушыуы буйынса тыуған  яғына  ҡайтып  уҡытыу  түгел ,   ә  сит  тарафта  эшләү өлөшө  тейә. Өфө  районының  Чесноковка  мәктәбенә  эшкә  килә  ул. Күркәм  холоҡ,  тәбиғәт  тарафынан  бирелгән  һәләттәре  арҡаһында ул  ниндәй генә  шарттарҙа  ла үҙен  башҡаларҙан  түбән  ҡуйыу,  үҙ-үҙеңә  ышанмай , шикләнеп  ҡарау  кеүек  емергес  тойғоларҙан  азат  була.
      Рус  мәктәбендә  башҡорт телен   дәүләт  теле  һәм  туған  тел  булараҡ  индереү  сәйәсәтендә  ихлас  ҡатнаша  ул. Асыҡ  дәресен  ҡарағанда , уның  башҡа  кешеләрҙе  лә күрмәй, мөҡиббән  китеп дәрес биреүен күрҙем. Ғәҙәттә, асыҡ  сара  ваҡытында ҡайһы  берәүҙәр,  ололар  әйтмешләй, әртискә  әйләнә, яһалма ,  тәбиғи  булмаған хәрәкәттәр, сит  фекерҙәр, алдан  ятланған  дежур  һүҙҙәр.  Ә  ул , гүйә, асыҡ  дәрес  бирмәй, ҡәҙимгесә  уҡыта. Күҙҙәрендә  -ихласлыҡ, йөҙөндә  -нур, хәрәкәттәрендә - ышаныс.
     Кешенән  нимәлер  өмөт  итеп, зарланып  ултырыуҙы  өнәмәй Гөлсәсәк  Камил  ҡыҙы. Ярҙам  итергә теләһәң, кешегә  балыҡ  түгел ,   ә  ҡармаҡ  бирергә  кәрәк тип   иҫәпләй  . Эйе, хоҙай  көслөләрҙе  генә  яңғыҙ  итә.Тормош  иптәше 2 балаһы менән  бәләкәй  генә мөйөштә, бер карауат  өҫтөндә  балалар  йоҡлар  урын -  һәндерә  лә  аш  өҫтәле булған  бүлмәлә  ҡалдырып ,һөйәркәһенә  сығып  киткәндә  лә  һынманы ул. Эсендәгене  тышҡа  сығарып  яр  һалып  йөрөргә  ғәҙәтләнмәгән  ул. Көсөргәнешле  уйҙарҙан ,   билдәһеҙлектән   йәш  ҡатын  ауырып  китә.   Тормошта  ышаныслы  юлдаш  булыр ,  бергәләп  балалар  үҫтерербеҙ үҙ  донъя -  ҡәлғәбеҙҙе  булдырырбыҙ  тип яҙмышын бәйләгән  ире ,  түшәктә  ятҡан  ҡатыны  янына  килеп  хәл  белешеп,  йыуатаһы  урынға ,  Гөлсәсәкте   - өй  төҙөргә алған  ерҙе  миңә  яҙҙырырһың  инде тип хайран  ҡалдыра. Ул, әгәр  уның  менән  бер-бер  хәл  була  ҡалһа  ,балаларын  -  балалар  йорто .  кеше  тупһаһы  көтәсәген  аңлай. Һәм  ул  үҙендә   Мин  тереләсәкмен, - тип  әйтерлек  көс  таба. Ире аптырап сығып  китә  һәм  бүтәнсә  килеп тә  урамай,  сөнки  етди  ауырыу  ҡатының  кире  терелеренә  ышанмай  .  Әммә  үҙ-үҙенә  ышанысмы ,  әсәлек  тойғоһо  ҡөҙрәтеме ,  балаларының  киләсәгенә  яуаплылыҡ  тойғоһомо  уға  аяҡҡа  баҫырға   ҡөс -  ғәйрәт  бирә.
      Бик ғазапланғандыр Гөлсәсәктең яралы  күңеле, күңел  һандыҡтарының  ҡайһылыр  ҡаттары  кемдәргәлер  ышанмаусанлыҡ  йоҙаҡтары  менән  тоҙаҡланғандыр, әммә ул асыҡ  күңелле , тормоштоң  йәмен  белгән , кешеләрҙе  яратҡан  кеше  булып ҡала  алдыБыуындары  ҡалтыраһа  ла,  рухы, кешеләргә  ышанысы  һынманы   йәш ҡатындың. Ер  участкаһы  алып,  ике  ҡатлы итеп йорт  һалдырҙы. Өй  тиһәң  өйәһең дә    өйәһең инде-  үҙе лә ҡул  ҡаушырып  ултырманы .
Бөтәһенә   лә  өлгөрҙө - таҡтаһын  да  ташыны, ағасын да  өйҙө, кирбесен дә  бушатты. Бөгөнгө  заманда  ирмен  тигән  ир-аттар  ҡул  ҡаушырып  ,заманға  һылтанып  зарланып  ултырғанда ла,  Гөлсәсәк  хоҙайҙан  мөғжизә  көтөп  ултырманы.
       Балалары  муллыҡта  йәшәһен, рухи  ихтыяждарын  ҡәнәғәтләндерә  алһын  өсөн  ул  бөтә  көсөн  һала - ике  балаһы  ла  көн дә Чесноковканан  20-се Фатима  Мостафина  исемендәге  башҡорт  гимназияһына  йөрөп  уҡый.  Рухлы ,  илһөйәр ,   телһөйәр  итеп  үҫтерергә  тырыша  ул   улы  менән  ҡыҙын.   Кистәрен,  буш  булыуынан  файҙаланып,  ауылда  йәштәргә  кисәләр, дискотека  үткәрә, байрамдар ойоштора. Мин « Башҡорт  теле   һәм  әҙәбиәте  уҡытыусыһы – 2014”   район бәйгеһендә  ул үҙе  менән  таныштырғанда:  «  Бер  иңемдә - белем биреү ,  башҡорт  телем  ,  икенсеһендә – мәҙәниәт»  тигәс ,  аптырағайным . Ысынлап та,  иңе  тулы  хәстәрлектәр ,   ижад  ҡомары  икән  дәбаһа  уның. Хоҙай  биргән  матурлығын ,  алсаҡлығын ,  уңғанлығын  ғаиләһенә ,  ғәзиз  балаларына ,  уҡыусыларына арнап  йәшәй.Әсәһенең,  ябай  ғына  ауыл  ҡатының  аҡыллы ,  фәһемле  кәңәштәре уға   маяҡ  булып  тора.     
   Ирен    ҡарғап  ,  үҙен эстән  ашап  йөрөмәне ҡатын. Киреһенсә : “ Миндә  сәм уятып , донъя  йөгөн  ,  балалар  тураһында  хәстәрлектәрҙе  минең  көсһөҙ  генә  иңдәремдә  ҡалдырып  китеүенә  рәхмәтлемен  генә. Үҙемдең  нимәгә  һәләтле     икәнемде ,  ауыр  саҡта  ыңғырашмай , кешегә  бәлә  һалмай сығыу  юлдарын  эҙләргә , табырға  өйрәтте  ул. Ҡош балаһын  осорға  өйрәткәндә , билдәле  бер  мәл  үтһә, уны   оянан  этеп  төшөрә. Бала  ҡошсоҡ  ҡанаттарын  ҡағып ,  осоп  китмәһә  ,  ергә  ҡолап  һәләк  буласаҡ. Мин дә  шул  ҡошсоҡ кеүек  булғанмындыр, күрәһең,”-ти ул, көлөмһөрәп.
       Ярҙамсыллыҡты  ла  баһалай  белә Гөлсәсәк.  Бергә  эшләгән  хеҙмәттәштәре  менән  ғорурлана, улар тураһында  шатланып, үҙ  күреп  телгә  ала. Бер-береһенә  ярҙам  итеп, яңы  уңыштарға   дәртләндереп   эшләйҙәр улар . Бәйгелә  уның  хеҙмәттәштәре  менән  бер ғаилә  ағзалары кеүек  сығыш  яһауына  һоҡландым.           
  Иманым  камил , уларға  шундай  яуаплы  мәлдә  ,  асыҡ  йылмайып ,  һәр  саҡ  ярҙам  итергә  генә  торған  Гөлсәсәк  ярҙамға  килер. Сөнки  уның  булмышы  шул  -  выжданы  ҡушыуы  буйынса намыҫлы  йәшәргә  күнеккән  ул.
        Бәхетлеһеңме?-  тигән һорауымды, тел  осомда  ғына  торһа  ла , бирмәнем мин  уға. Эшендә  хөрмәтле, ата-әсәләре алдында  абруйлы, балаларының  ихтыярын, ынтылыштарын  хөрмәтләй  белгән  аҡыллы  ҡатын  бәхетһеҙ  буламы  һуң? Хыялдарын  ғәмәл итә  торған, уңышһыҙлыҡтар  алдында  ебеп  төшмәгән, бөтә  булмышынан  нур, аҡыл,ихласлыҡ  сәсеп  торған  кешенең  бәхете  ташып  торалыр, уның  бер  өлөшөн   башҡаларға  ла  өләшәлер  һәм ошолар  менән  бәхетлелер   Гөлсәсәк Камил  ҡыҙы Яҡупова.
   Ҡаһарманова  Зөлфиә  Ғәбит  ҡыҙы ,
 Рәсәй  Федерацияһының  мәғариф  алдынғыһы,
Башҡортостан  Республикаһының   атҡаҙанған  уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.












     Тормош юлында  “Мин бирешмәйем!Мин көслө!”, тип  күпме  тапҡырҙар ҡабатларға  тура  килә  күп  әҙәм  балаһына . Яҙмыш  күперҙәре  аша  үткәндә  ошо бәләкәй генә  өмөт  осҡоно , ихтыяр көсө  кешене  өмөтһөҙлөктән ҡотҡара , йәшәүгә  ышаныс  уята.
     Хәсәнова Лира Мостафа  ҡыҙына  ла  үҙ  ғүмерендә  ошо  мөғжизәле  көскә  эйә  булған  һүҙҙәрҙе  күпме ҡабатларға  һәм ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн  һүрелгән ышанысты  яңынан  ҡабыҙырлыҡ  көс – ихтыярын туплап , тормош  һынауҙарына ҡаршы  ынтылырға тура килгәндер.
   Тәбиғәте менән  ғорур, үҙ-үҙенә талапсан Лира  бөтә тормош ауырлыҡтарын сабырлығы, тырышлығы, эш һөйөүсәнлеге менән еңә.
    Үҙенең хеҙмәт юлын 8 айлыҡ немец теле уҡытыусылары әҙерләү курсынан һуң 17 йәшендә Бөрйән районының  Брәтәк  ауылында  рус теле  һәм әҙәбиәте , немец теле уҡытыусыһы булып башлай. Дәрте ташып торған  йәш ҡыҙға йәмәғәт башланғысында  өлкән пионервожатый  эшен дә йөкмәтеп ҡуялар. Ошонда  үткәргән бер йыл уның тормошонда  иң мауыҡтырғыс та, иң онотолмаҫ та  мәлдәре  булғандыр, моғайын. Уҡытыу серҙәренә төшөнөү, балаларҙың психологияһын аңлау , кешеләр менән аралашыу оҫталығына өйрәнеү, ойоштороу һәләтен үҫтереү  - быларҙың барыһы ла  йәш уҡытыусыға  тәжрибә тупларға ярҙам итә.Үҙенә  ихлас ярҙам иткән белемле ,тәжрибәле  уҡытыусыларҙан УразаеваСәғит Сәитғәле улын, Уразаева Камила апайҙы,Абдуллин Ғайфулла, Шаһимәрҙәнов Рәис ағайҙарҙы бөгөн дә  ҙур хөрмәт һәм һығынып иҫкә ала Лира Мостафа ҡыҙы.
    Үҙе лә алсаҡ , ихлас ҡыҙ бөтәһенә лә -  уҡытырға ла ,  ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашырға ла өлгөрә.
   Атаһы  Хәсәнов Мостафа Ғилмитдин улы  бөтә ғүмерен мәғарифҡа  арнаған белемле ,абруйлы  шулай  уҡ Бөрйән районында  тарих музейына нигеҙ һалған,уның тарихын яҙған кеше. Райондың тыуған яҡты өйрәнеү музейы  уның исемен йөрөтә. Мостафа Ғилмитдин улы  ситтән тороп  Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай. Әсәһе  Мәстүрә Хәби ҡыҙына ла уҡытыу эшен үҙ иңендә татырға тура килә. Ул ,   мулла  балаһы  булыу  арҡаһында 5- се синыфҡа  район үҙәгенә  барған еренән  уҡый алмай кире  ҡайтарыла, шуға  уға  астан үлмәҫ өсөн колхоздың  бөтә  эштәрендә лә әүҙем ҡатнашырға  тура килә. Ул шулай үҙенең сос , үткер, ауырлыҡтарға  бирешмәүсән ҡыҙ икәнен  иҫбатлай.Шуғалыр, күрәһең , илдә грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү  башланғас ,13 йәшлек кенә Мәстүрәне  уҡыу-уҡытыу эшенә йәлеп итәләр. Үҙенән күпкә оло  булған  апай- ағайҙарҙы  кистәрен  ликбез өйөнә  йыйып  , 2 йыл уҡытырға тура килә уға.
    Хәсәновтар бөтә балаларында ла белемгә ынтылыш тәрбиәләй.Һөҙөмтәлә , ата-әсә һүҙенә тоғро балаларҙың барыһы ла  ( ә улар етәү) ауырлыҡтарға ҡарамай юғары белем ала.  Лира Мостафа ҡыҙы ла Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетын уңышлы тамамлай.  Уҡыу йылдарында Михаил Боярскийҙың йырҙарын француз  теленә  тәржемә  итеү менән мауыға.Үҙе лә ҙур теләк менән француз телендә  йырҙар башҡара. Юҡҡамы ни ул университеттың сит телдәр факультетында 4 йыл рәттән  фонетик  конкурстарҙа  беренсе урындарҙы  яулай.
       Ғаилә традицияларын дауам итеп, Лира ла балаларын уҡытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.Заман һынауҙарына ҡаршы торорлоҡ көс таба алмаған   тормош
иптәшенән  матди ярҙам һәм рухи терәк   алмаһа ла, ул  оптимистик ҡарашлы , юғары рух ныҡлығына эйә булған, йөҙөнән асыҡ йылмайыу китмәгән,баҫҡан  урынынан осҡон сығарған кеше булып ҡала ала. Уның тураһында  “ҡар өҫтөндә  ҡаҙан  ҡайнатыр ҡатын”,  тиҙәр  дуҫ-әхирәттәре. Шуныһы ҡыуаныслы: малайҙарының өсөһө лә әсәләренең өмөттәрен аҡлай. Оло улы Марсель БДУ- ның биология факультетын тамамлап эшләп йөрөй, Артур ҙа БДУ-ның тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланы , аспирантурала белем өҫтәүен дауам итә,  ә  төпсөгө Радмир  БДУ-ның роман-герман факультетын тамамланы. Лира Мостафа ҡыҙы  үҙенең төплө кәңәштәре ,  аҡыллы һүҙҙәре менән  малайҙарына терәк булып йәшәй.
       1999 йылдан  ул Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районының  мәғариф бүлегендә эшләй. Бында уның ойоштороу ,  етәкселек итеү һәләте тулыһынса асыла. Уның киң планлы эшләй белеүе ,  үҙаллылыҡ һәм инициатива  күрһәтеүе , башҡаларға талапсанлығы һәм башҡа күркәм эш сифаттары  районда мәғарифты үҫтереүгә ,  системаһын камиллаштырыуға булышлыҡ итә.Методик кабинет мөдире булып эшләү дәүерендә район уҡытыусыларының алдынғы тәжрибәһен өйрәнеүгә һәм уны район һәм ҡала кимәлендә таратыуға , йәштәргә методика һәм педагогика серҙәрен төшөндөрөүгә,  методик берекмәләрҙең эшен әүҙемләштереүгә күп көс һалды. Лира Мостафа ҡыҙының йәшәү йәме лә шундалыр , моғайын. Хеҙмәттә яулаған  уңыштары  өсөн бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары ла бихисап уның.Рәсәй Федерацияһының Мәғариф Министрлығының,Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының, Башҡортостан мәғарифте үҫтереү институтының, ҡала мәғариф идаралығының, район хакимиәтенең  почет грамоталары һәм маҡтау ҡағыҙҙары  шуға дәлил.
   Ышанып   тапшырылған эште намыҫ менән, бөтә һәләтен һәм йөрәк йылыһын һалып башҡарырға өйрәнгән ул. Шуға ла оло ихтирам , ышаныс яулаған исеме уны ҡайҙа ла оҙата килә  һәм ғорурлыҡ уята  - Хәсәнова Лира Мостафа ҡыҙын Өфө ҡалаһы Орджоникидзе  районында   уҡытыусылар ҙа,  директорҙар ҙа , эшләгән коллективындағы хеҙмәттәштәре лә    берҙәй хөрмәт итәләр.
   Лира Мостафа ҡыҙының   күңеле күтәренке,сөнки  ул  бер ниндәй ауырлыҡтарға  ҡарамай   ғаиләһен –ҡәлғәһен  һаҡларҙай  улдарын  оло  тормош  юлына  сығарҙы  һәм  бөгөн дә уларға   маяҡ   булып  йәшәй.
Ҡаһарманова Зөлфиә Ғәбит ҡыҙы,
Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған  уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны




Комментариев нет:

Отправить комментарий