среда, 6 января 2016 г.

О Якуповой

      
 Ғәҙәттә, тормошобоҙҙан  йәки  үҙебеҙҙән  ҡәнәғәтһеҙлек  тойғоһо  кисергән  саҡта  донъя  түңәрәк  булмай  инде  ул , тип  йыуанабыҙ.  Ә  миңә  күптән  түгел  генә  түп-түңәрәк  донъялы  кешене  осраттым  кеүек тойола. Аҡылы  менән  йөрәге  килешеп  йәшәгән кешене. Хыялдары  менән  мөмкинлектәре  тап  килгән  даланлы  уҡытыусыны.       Ул- Өфө  районының  башҡорт  теле  һәм әҙәбиәте  уҡытыусылары  район  методик  берекмәһе  етәксеһе,     Чесноковка  мәктәбенең  башҡорт  теле  һәм  әҙәбиәте  уҡытыусыһы  Яҡупова  Гөлсәсәк  Камил  ҡыҙы.


         Эйе, ожмахта  йәшәмәйбеҙ. Моғайын, уның да  эсе  бошҡан ,   хаталанған , уңышһыҙлыҡҡа  осраған  мәлдәре  барҙыр. Әммә  былар  саф  һыулы  мөлдөрәп  торған  күл  өҫтөн божралатып  алған  ваҡ тулҡындар  кеүектер ,  тип  уйлайым.
      Үҙ-үҙенә талапсан , һәр  саҡ  кешеләр  менән алсаҡ, йор  һүҙле  был  ҡатын  менән  мин   уның  асыҡ  дәресендә  таныштым. Шунда  уҡ,  күптәнге  танышымдай,  аралашып та  киттек. Эшенә  ҡағылышлы  кәңәш  һүҙҙәрен   ихлас  ҡабул итә  белеүе, маҡтағанда  ла   танауын  күккә  сөйә белмәүе ,  тәнҡиткә  лә  йор  һүҙҙәр менән   яуап  биреүе һоҡландырҙы. Бигерәк   тә   хәҙерге  заманда  ҡайһы  бер  йәштәрҙең  кеше  һүҙен  ҡабул  итә  белмәү, йәки кәрәк  саҡта  эс-бауырыңа  инеп ,  аҙаҡ  һыртын  ҡуйып үтеп  китеү кеүек күренештәр  булған  саҡта ,  был  асыҡлыҡ, күңел  матурлығы  миңә , тәжрибәле  уҡытыусыға ,   бик  оҡшаны.
       Таланттарға  бай  яҡтан – Баймаҡтан  ул.  Бәләкәй  генә  булһа  ла  Башҡортостанға  күп  данлы  шәхестәр  биргән  Сыңғыҙ  ауылынан. Тарихсы Ә .Әсфәндиәров, композиторҙар   Х.Әхмәтов ,  Н.Мөстәҡимов, мәшһүр  бейеүсе  Р.Туйсина  уның  ауылдаштары,  ырыуҙаштары. Шулай  булғас, уның  йыр-бейеүгә  маһирлығына , тиҙ  генә  шиғри  юлдарға  һалып , ихлас , матур  итеп  әңгәмә  ҡора  белеүенә  аптырарлыҡ  та  түгел. Матур итеп, мәҡәл-әйтемдәр  ҡулланып,  халыҡсан   һөйләшә , үҙ  фекеренә  инандыра  белә  ул  Гөлсәсәк. Сәнғәткә, әҙәбиәткә   ғашиҡ. Туған  телдән,туған  моңдан рух  күтәренкелеге  алып  йәшәгәнгә  лә  ул мөләйем ,  ихлас,  ябай  һәм  матур. Күңеле  менән ,   эше  менән ,  йөҙө  менән  матур.  Шуғалыр  ҙа  уның  кешеләр  һәм  донъя   менән  мөғәләмәһе лә  аяҙ,  ғәҙел, ябай   һәм ихтирамлы. Кәперәйергә , мин-минлелеген  күрһәтергә,   өҙгөләнергә  лә  кәрәк  түгел  уға.  Сөнки  ул  был  тормошта  үҙ  урынын  тапҡан ,   теләктәрен  ғәмәлгә  ашыра  ала. Шуға күрә  уға  башҡалар  алдында  үҙ  шәхесен раҫлау  өсөн  өҫтәмә  дәлилдәр  кәрәкмәй. Шул  уҡ  ваҡытта  уңыштарының  нигеҙендә  тырышлыҡ,  төплө  белем ,   тәбиғи  һәләт, ныҡлы  ихтыяр  һәм  көслө  фиғел  ята.
       Бәләкәйҙән  уҡыуға   зирәк  Гөлсәсәк  Камил  ҡыҙы мәктәпте  тамамлай, Өфөгә уҡырға килә, юғары  белем  ала. Тик  уға  яҙмыш  ҡушыуы буйынса тыуған  яғына  ҡайтып  уҡытыу  түгел ,   ә  сит  тарафта  эшләү өлөшө  тейә. Өфө  районының  Чесноковка  мәктәбенә  эшкә  килә  ул. Күркәм  холоҡ,  тәбиғәт  тарафынан  бирелгән  һәләттәре  арҡаһында ул  ниндәй генә  шарттарҙа  ла үҙен  башҡаларҙан  түбән  ҡуйыу,  үҙ-үҙеңә  ышанмай , шикләнеп  ҡарау  кеүек  емергес  тойғоларҙан  азат  була.
      Рус  мәктәбендә  башҡорт телен   дәүләт  теле  һәм  туған  тел  булараҡ  индереү  сәйәсәтендә  ихлас  ҡатнаша  ул. Асыҡ  дәресен  ҡарағанда , уның  башҡа  кешеләрҙе  лә күрмәй, мөҡиббән  китеп дәрес биреүен күрҙем. Ғәҙәттә, асыҡ  сара  ваҡытында ҡайһы  берәүҙәр,  ололар  әйтмешләй, әртискә  әйләнә:  яһалма ,  тәбиғи  булмаған хәрәкәттәр, сит  фекерҙәр, алдан  ятланған  дежур  һүҙҙәр ...    Ә  ул , гүйә, асыҡ  дәрес  бирмәй, ҡәҙимгесә  уҡыта. Күҙҙәрендә  -ихласлыҡ, йөҙөндә  -нур, хәрәкәттәрендә - ышаныс.
       Кешенән  нимәлер  өмөт  итеп, зарланып  ултырыуҙы  өнәмәй Гөлсәсәк  Камил  ҡыҙы. Ярҙам  итергә теләһәң, кешегә  балыҡ  түгел ,   ә  ҡармаҡ  бирергә  кәрәк тип   иҫәпләй  . Эйе, хоҙай  көслөләрҙе  генә  яңғыҙ  итә. Тормош  иптәше  2 балаһы менән  бәләкәй  генә мөйөштә, бер карауат  өҫтөндә  балалар  йоҡлар  урын -  һәндерә  лә  аш  өҫтәле булған  бүлмәлә  ҡалдырып ,һөйәркәһенә  сығып  киткәндә  лә  һынманы ул. Эсендәгене  тышҡа  сығарып  яр  һалып  йөрөргә  ғәҙәтләнмәгән  ул. Көсөргәнешле  уйҙарҙан ,   билдәһеҙлектән   йәш  ҡатын  ауырып  китә.   Тормошта  ышаныслы  юлдаш  булыр ,  бергәләп  балалар  үҫтерербеҙ үҙ  донъя -  ҡәлғәбеҙҙе  булдырырбыҙ  тип яҙмышын бәйләгән  ире ,  түшәктә  ятҡан  ҡатыны  янына  килеп  хәл  белешеп,  йыуатаһы  урынға ,  Гөлсәсәкте   - өй  төҙөргә алған  ерҙе  миңә  яҙҙырырһың  инде , тип хайран  ҡалдыра. У л, әгәр  уның  менән  бер-бер  хәл  була  ҡалһа  ,балаларын  -  балалар  йорто .  кеше  тупһаһы  көтәсәген  аңлай. Һәм  ул  үҙендә: «  Мин  тереләсәкмен”, - тип  әйтерлек  көс  таба. Ире аптырап сығып  китә  һәм  бүтәнсә  килеп тә  урамай,  сөнки  етди  ауырыу  ҡатының  кире  терелеренә  ышанмай  .  Әммә  үҙ-үҙенә  ышанысмы ,  әсәлек  тойғоһо  ҡөҙрәтеме ,  балаларының  киләсәгенә  яуаплылыҡ  тойғоһомо  уға  аяҡҡа  баҫырға   ҡөс -  ғәйрәт  бирә.
      Бик ғазапланғандыр Гөлсәсәктең яралы  күңеле, күңел  һандыҡтарының  ҡайһылыр  ҡаттары  кемдәргәлер  ышанмаусанлыҡ  йоҙаҡтары  менән  тоҙаҡланғандыр, әммә ул асыҡ  күңелле , тормоштоң  йәмен  белгән , кешеләрҙе  яратҡан  кеше  булып ҡала  алдыБыуындары  ҡалтыраһа  ла,  рухы, кешеләргә  ышанысы  һынманы   йәш ҡатындың. Ер  участкаһы  алып,  ике  ҡатлы итеп йорт  һалдырҙы. Өй  тиһәң  өйәһең дә    өйәһең инде-  үҙе лә ҡул  ҡаушырып  ултырманы .
Бөтәһенә   лә  өлгөрҙө - таҡтаһын  да  ташыны, ағасын да  өйҙө, кирбесен дә  бушатты. Бөгөнгө  заманда  ирмен  тигән  ир-аттар  ҡул  ҡаушырып  ,заманға  һылтанып  зарланып  ултырғанда ла,  Гөлсәсәк  хоҙайҙан  мөғжизә  көтөп  ултырманы.
       Балалары  муллыҡта  йәшәһен, рухи  ихтыяждарын  ҡәнәғәтләндерә  алһын  өсөн  ул  бөтә  көсөн  һала - ике  балаһы  ла  көн дә Чесноковканан  20-се Фатима  Мостафина  исемендәге  башҡорт  гимназияһына  йөрөп  уҡый.  Рухлы ,  илһөйәр ,   телһөйәр  итеп  үҫтерергә  тырыша  ул   улы  менән  ҡыҙын.   Кистәрен,  буш  булыуынан  файҙаланып,  ауылда  йәштәргә  кисәләр, дискотека  үткәрә, байрамдар ойоштора. Мин
« Башҡорт  теле   һәм  әҙәбиәте  уҡытыусыһы – 2014”   район бәйгеһендә  ул үҙе  менән  таныштырғанда:  «  Бер  иңемдә - белем биреү ,  башҡорт  телем  ,  икенсеһендә – мәҙәниәт»  тигәс ,  аптырағайным . Ысынлап та,  иңе  тулы  хәстәрлектәр ,   ижад  ҡомары  икән  дәбаһа  уның. Хоҙай  биргән  матурлығын ,  алсаҡлығын ,  уңғанлығын  ғаиләһенә ,  ғәзиз  балаларына ,  уҡыусыларына арнап  йәшәй.Әсәһенең,  ябай  ғына  ауыл  ҡатының  аҡыллы ,  фәһемле  кәңәштәре уға   маяҡ  булып  тора.     
        Ирен    ҡарғап  ,  үҙен эстән  ашап  йөрөмәне ҡатын.    Киреһенсә :
 “ Миндә  сәм уятып , донъя  йөгөн  ,  балалар  тураһында  хәстәрлектәрҙе  минең  көсһөҙ  генә  иңдәремдә  ҡалдырып  китеүенә  рәхмәтлемен  генә. Үҙемдең  нимәгә  һәләтле     икәнемде ,  ауыр  саҡта  ыңғырашмай , кешегә  бәлә  һалмай сығыу  юлдарын  эҙләргә , табырға  өйрәтте  ул. Ҡош балаһын  осорға  өйрәткәндә , билдәле  бер  мәл  үтһә, уны   оянан  этеп  төшөрә.  Бала  ҡошсоҡ  ҡанаттарын  ҡағып ,  осоп  китмәһә  ,  ергә  ҡолап  һәләк  буласаҡ.  Мин дә  шул  ҡошсоҡ кеүек  булғанмындыр, күрәһең,”-ти ул, көлөмһөрәп.
       Ярҙамсыллыҡты  ла  баһалай  белә Гөлсәсәк.  Бергә  эшләгән  хеҙмәттәштәре  менән  ғорурлана, улар тураһында  шатланып, үҙ  күреп  телгә  ала. Бер-береһенә  ярҙам  итеп, яңы  уңыштарға   дәртләндереп   эшләйҙәр улар . Бәйгелә  уның  хеҙмәттәштәре  менән  бер ғаилә  ағзалары кеүек  сығыш  яһауына  һоҡландым.           
      Иманым  камил , уларға  шундай  яуаплы  мәлдә  ,  асыҡ  йылмайып ,  һәр  саҡ  ярҙам  итергә  генә  торған  Гөлсәсәк  ярҙамға  килер. Сөнки  уның  булмышы  шул  -  выжданы  ҡушыуы  буйынса намыҫлы  йәшәргә  күнеккән  ул.
       “ Бәхетлеһеңме?”-  тигән һорауымды, тел  осомда  ғына  торһа  ла , бирмәнем мин  уға. Эшендә  хөрмәтле, ата-әсәләре алдында  абруйлы, балаларының  ихтыярын, ынтылыштарын  хөрмәтләй  белгән  аҡыллы  ҡатын  бәхетһеҙ  буламы  һуң? Хыялдарын  ғәмәл итә  торған, уңышһыҙлыҡтар  алдында  ебеп  төшмәгән, бөтә  булмышынан  нур, аҡыл,ихласлыҡ  сәсеп  торған  кешенең  бәхете  ташып  торалыр, уның  бер  өлөшөн   башҡаларға  ла  өләшәлер  һәм ошолар  менән  бәхетлелер   Гөлсәсәк Камил  ҡыҙы Яҡупова.
   Ҡаһарманова  Зөлфиә  Ғәбит  ҡыҙы ,
 Рәсәй  Федерацияһының  мәғариф  алдынғыһы,
Башҡортостан  Республикаһының   атҡаҙанған  уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.



    



Комментариев нет:

Отправить комментарий