среда, 6 января 2016 г.

9 мая - День Победы

...Бөйөк  Ватан  һуғышынан  имен-аман  ҡайтып  та, алған  яралары ( үпкәһендә  снаряд  ярсығы  ҡалған  ине)  арҡаһында  был  донъянан  иртә  киткән  атаһын  минең   әсәйем  йыш  ҡына  иҫкә  ала ине.  Уның  таушалып  бөткән  фронттан  ҡайтҡан бер  дәфтәрен  әсәйем  һандығында  һаҡлай  һәм  йыш  ҡына  ундағы  яҙыуҙарҙы  уҡый  ине.


       Ябай ҡәләм  менән  яҙылғанлыҡтан  уны  уҡыуы  ҡыйын,  юйылып  бөткән  урындары  күп ине. Әммә  мин  ундағы  ҡайһы  бер   шиғырҙарҙы  ,  таҡмаҡтарҙы   уҡый  алдым.  Бына  улар-  ҡайһылары  бөгөнгө  көндә  бик  ябай тойолалыр, ҡайһыларында  рифма  юҡ  - тик улар  шул  мәлдәге  кешеләрҙең  тормошон,  уйҙарын  сағылдыра.
1).Бисмиллаһынан
Тот  мылтыҡты  прикладынан.
Киҙән  дә  ныҡ  һуҡ,
И  бер  немец  юҡ.

2). Ал  ҡулыңа мылтыҡ,
Ебәр  әле  атып.
Китһен  шаңҡып,
И  бер  немец  капут!

3)мылтығың яҡшы  атһын,
Немецтың  башын  ярһын.
Миңә  иҫәп  булыр,
Бара – бара  йөҙгә  тулыр.

4)Барҙым, барҙым   өмәгә,
Немец  башын  төймәгә.
Башы  йәнселеп  китһен,
Үҙе  сәнселеп  китһен.
5). Йөҙ  патрон,  бер  мылтыҡ,
Береһенән  береһе  артыҡ.
Иртән дә, кис тә  янымда,
Һөйгән  йәр  кеүек  танһыҡ.

6) Барҙым  күрше  ауылға,
Ҡар-буранлы  дауылда.
Немец  тора баҫып,
Автоматын  аҫып.
Уныһын тартып алдым,
Берҙе  үҙенә  һалдым,
Аяҡ-ҡулын  бәйләп,
Ҡайтыу  яғына  тайҙым.

7). Көнө лә  юҡ, төнө лә  юҡ.
Тик  һуғыш  ҡына  бара.
Уңда  мина,  һулда  снаряд,
Гранаталар  ярыла.
Өҫтәүенә  фашист  эте
Пулеметтан  яуҙыра...

8). Әллә башыңды  һалаһың,
Әллә  иҫән  ҡалаһың.
Бирмәйбеҙ  дошман  ҡулына  ,
Сталинград  ҡалаһын.

9) Верховный  Совет  указы
Булған  беҙгә  миҙалға.
Миҙалдарҙы  ялтыратып
Ҡайтырбыҙ  әле  Уралға.

10) Ал  һибәләр,  гөл  һибәләр
Алмағас  төптәренә.
Немецтың  көскәйе  етмәй.
Башҡорт  егеттәренә.

11) Сталинградта  Паулюсты,
Бик  матур « ҡунаҡ”  иттек.
Һалам  сабата  кейҙереп,
Ҡар  өҫтөндә  бейеттек.

12). Оло  Иҙел  таштары
Ынйы  кеүек  ялтырай.
Пленға  төшкән  фашистар ,
 Япраҡ  кеүек  ҡалтырай.

   Ә  өләсәйем  86  йәшкәсә  йәшәне. Миңә  уның  янында  иркәләп  үҫеү  бәхете  тейҙе. Уның  һөйләгәндәрен  дә  бәйән итеп  китәйем  әле.
 ... Олатайым    тәүге  саҡырылышҡа  эләккән. Июндең  аҙаҡтарында:
Ал иттек  еребеҙҙе,
 Гөл иттек  еребеҙҙе
Фашистарҙан  тапатмабыҙ ,
Беҙ  изге  еребеҙҙе,-
 тип  йырҙар  йырлап,  шат  күңел  менән  һуғышҡа  киткәндәр. Совет  армияһы  бик  көслө, бер  айҙа  немецты  тар-мар  итеп  ҡайтырбыҙ,  тип  өләсәйҙе  йыуатҡан.   Өләсәй  ҙә  ул  һуғыш  тигәндәре  Белорет  ҡалаһы  янында  ғына ,  алыҫ түгел  икән,  тип  уйлаған.  Уның   өсөн  иң  алыҫ  ер  Белорет  яҡтарылыр  кеүек  тойолған. Олатай  Мәскәү  янына  эләккән.
  3  айҙан  ауыр  яраланып,  шәфҡәт  туташы  ярҙамында  саҡ  аяғына  баҫып,  ауылға  ҡайтып  йығылған ул.  Күстәнәскә  балаларына  эре  киҫәкле  шәкәр  алып  ҡайтҡан, шуны  күрше – тирәгә  ярғылап  өләшкән.  Ә  өләсәй  ул  ҡайтҡас:
-Ҡалай  тиҙ  ҡайттың.Һуғыш  бөтмәне лә  инде,-тип аптыраған.  Яраһының  етди  булыуына  ,  бер  тимер  ярсығының  кеше  ағзаһына  инеп  шунда  тороп  ҡалыуын  башына  һыйҙыра  алмаған. Унан  , һалдат  ҡапсығын  тикшереп  сыҡҡас:
-Мин  биреп  ебәргән  алюмин  көрөшкә  менән  сеүәтәне  ҡайҙа  иттең? - тип
һораған. 
   Был  бөгөнгө  көн  күҙлегенән  ҡарағанда  ваҡсыллыҡ,  һаранлыҡ  булып  күренәлер ,  әммә  өләсәй  һуғыштың  -  ҡан ,  үлем-  хәсрәт,   яфа – ғазаптар ,  емереклектәр,  юғалтыуҙар  икәнен һуғыштың  тәүге  көндәрендә  аңламаған.
   Ир-аттар  һуғышҡа  китеп  бөткәс,  өләсәйгә ,  яралы  олатайҙы ,  ике  балаһын  өйҙә  ҡалдырып,    ферма  мөдире  вазифаһын  башҡарырға ауылдан  ситтә  урынлашҡан  фермаға  китергә  тура   тура  килә.  Халыҡ   ас ,  яланғас,  күптәргә  ирҙәренең  үлем  хәбәре  килгән,  һәр  өйҙә  ваҡ  балалар  бар.        
   Өләсәйем  төндә  50  саҡрым  ерҙе  йәйәүләп  ҡайтып,  олатайҙы  ҡарап –тәрбиәләп, балаларына   ашарға   әҙерләп,  2-3  сәғәт  кенә  серем  итеп  ала  ла  ,  таң  һарыһынан  кире  фермаһына юллана.  Мал  көтөп  йөрөгәндә  лә  бушҡа  ваҡыт  әрәм  итмәй   ул,  дарыу  үләндәре, еләк –емеш  йыя,  ҡышҡылыҡҡа    нәмәләр  әҙерләй.
   Бик  сос ,хәстәрлекле  булғанға  ла  ул  ғаиләһен  асыҡтырмай, сөнки  ул  кәзәләр  тота.  Ә  4  йәшлек  кенә  әсәйем  ул  кәзәләрҙе ҡарап ,  ашатып  ,  өләсәй  янына  алып  килеп  һауҙырып  йөрөгән.  Кәзәләр  ашаған ,  ял  иткән   мәлдә  һарына  , әттек  үләндәре   табып ,  уларҙы  билдәләп  ҡуйған  , ә    кисен  уларҙың  тамырын өләсәй  ҡаҙып  алған,  унан  аш, бутҡа  бешергән. 
   Өләсәйем  шул   мәлдәрҙә   аслыҡтан  үлгән  балаларҙы  илап  иҫкә  ала  ине. Гел  үлән  ашарға  мәжбүр  булған  балалар , мал  кеүек  йәшел  ярау  итеп,  эстәре  ауыртыуға  түҙә  алмай,  ыңғырашып , тәгәрәп  йөрөп    үләләр  ине ,  тип  хәтерләр  ине. 
     Ә  олатайым,  аяҡҡа  баҫҡас ,колхоз  эше  менән  бер  рәттән /  ул  парторг  була/ йәшелсә  сәскән , ҡауын – ҡарбуҙ  үҫтергән,  умарта  ишәйткән. Шуға  ла  уларҙың  ғаиләһендә  астан  ҡырҡылған  кеше  булмаған.  Олатайым  күптәрҙе  ас  үлемдән  ҡотҡарған. Күкрәгендә  снаряд  ярсығы  булыуға  ҡарамаҫтан  колхоздағы  бөтә  эштәрҙе  лә  ойоштороп  йөрөгән,  халыҡты  эшкә  дәртләндергән,  етемдәрҙе йыуатҡан. Мин  иҫ  белгәндә  лә  , ул  саҡ  тын  алып  түшәктә  ятһа  ла,  бик  күптәр    йә  хәлен  белергә, йә  берәй   кәңәш  һорарға   уға киләләр  ине.  Уның  яу  яраларынан  вафат  булып  ҡалыуына   бик  күп  йылдар  үткәс  тә ,   ҡәберендә  сағыу  сәскәләр,  ҡыуаҡтар  күреп  аптырағайным. Баҡһаң ,  бер  оло  ғына  ағай: 
-Ул  беҙҙе  ас үлемдән  ҡотҡарҙы ,  ғүмерем  менән  бурыслымын  уға , -тип,  уның  ҡәберен  тәрбиәләп  тотҡан  икән.
     ... Олатайым  Шәмиғолов  Ғилаж да,  өләсәйем  Алтыншина   Ғәйникамал  да  күптән  беҙҙең  арала  юҡ  инде. Тик  өлкән  быуындың  ҡаһарманлығына  хөрмәт  йөҙөнән  һәм  бөгөнгө  тормоштоң  улар  ҡурсалап  ҡалыуҙарын  онотмаҫ  өсөн ,  беҙ  шул  көндәргә ,  иҫтәлектәргә  ҡабат – ҡабат  әйләнеп  ҡайтырға  бурыслыбыҙ.

Ҡаһарманова    Зөлфиә  Ғәбит  ҡыҙы,  Өфө  района  Шамонино  урта мәктәбе  уҡытыусыһы,  Рәсәй Федерацияһының  мәғариф  алдынғыһы,  Башҡортостан  республикаһының  атҡаҙанған  уҡытыусыһы,  хеҙмәт  ветераны.


Комментариев нет:

Отправить комментарий