Ҡаһарманова Зөлфиә Ғәбит
ҡыҙы, Өфө ҡалаһы ҡала округы
Орджоикидзе районының 80-се урта мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,
Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй
Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, район
“Йыл уҡытыусыһы -2008” конкурсы
лауреаты, “Баш ҡала йыл
башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы – 2010”
конкурсы еңеүсеһе , төбәк – ара
“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте
йыл уҡытыусыһы” конкурсының “Индивидуаль педагогик стиль” номинацияһында еңеүсе.
Дәрес темаһы : Башҡорт аштары.
Маҡсаттар :
белем биреү:
- уҡыу , тексты аңлау күнекмәләрен булдырыу;
-текст, йырҙар , бейеүҙәр аша
теманы үҙләштереү;
-башҡорт халыҡ ижады тураһында белемдәрен киңәйтеү;
тәрбиәүи маҡсат:
- яңы мәғлүмәттәр аша башҡорт халҡының
ҡунаҡсыл, киң күңелле булыуы менән ғорурланыу
тойғоһо тәрбиәләү;
үҫтереүсе маҡсат:
- аш-һыуҙарға бәйле йырҙар , бейеүҙәр менән танышыу, йыр тексының
йөкмәткеһе аша уҡыусыларҙың телгә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү;
- аң-белем даирәһен киңәйтеү.
Йыһазлау:
1.Мәҡәлдәр, һынамыштар яҙылған
карточкалар.
2. Аш-һыу исемдәре менән плакат
(башҡа халыҡтың да аш-һыуы
бар)
3.”Башҡорт ҡымыҙы”,
“Башҡорт ҡорото”, “Башҡорт
балы”,”Бишбармаҡ” кеҫә-плакаттары , улар тураһында
таратма текст-карточкалар.
4. “Бишбармаҡ” бейеүен башҡарыу өсөн яҙма,
магнитофон
5.”Башҡорт ҡымыҙы” йыры тексы,
таратыу өсөн йырҙың һүҙҙәре яҙылған карточкалар)
6. Картиналар , бөйөк кешеләрҙең һүҙҙәре яҙылған
карточкалар
7. “Гөлнәзирә” шаян йырының һүҙҙәре , музыкаль оҙатыу өсөн баян
8.Милләт-ара
татыулыҡ йылының эмблемаһы, плакатта дәрестең йомғаҡлау һүҙе.
Дәрес барышы.
1.Ойоштороу.
11. Үткән материалды ҡабатлау.
1.Мәҡәлдәр, һынамыштар яҙылған карточкалар
таратыу.(Ҡушымта 1)
Һөйләмдәрҙе уҡыу, мәҡәл-һынамыштарҙың мәғәнәһен аңлатыу.Нимә
тураһында һүҙ бара?
2.Билдәләнгән карточкалағы һүҙҙәр дәрестең йөкмәткеһен
сағылдырасаҡ.
(Хор менән таҡталағы
мәҡәлде уҡыу:
Йорт матур аш-һыу менән, кеше матур йөҙө менән.
3.Тема , маҡсат.Проблемалы һорау
ҡуйыу.
Мин
аш-һыу өлкәһендә эшҡыуар
булһам . ниндәй милли башҡорт
ашын рекламалар инем? Нисек
итеп?
111. Яңы теманы
аңлатыу.
1. Аш-һыу исемдәре менән плакат (башҡа халыҡтың да аш-һыуы
бар) –уҡып сығығыҙ , башҡорт милли аштары исемдәрен генә айырығыҙ.
(Плакаттағы һүҙҙәрҙе кеҫәләргә
айырып ҡуйыу:
борщ , бишбармаҡ, гамбургер, һалма,
чизбуогер,ҡымыҙ, кока – кола,
ҡорот, чипсы, бал,
бутерброд, хот – дог, былау,
лагнет, эскалоп, 3-сө кеҫәгә
башҡорт аштары йыйыла)
Бөгөн ошо аш-һыу
тураһында һүҙ алып барырбыҙ
2. “Башҡорт ҡымыҙы”,
“Башҡорт ҡорото”, “Башҡорт
балы”,”Бишбармаҡ” кеҫә-плакаттарын асыу.
Улар
тураһында таратма текст-карточкаларҙы уҡыу
(ҡушымта 2).Карточкаларҙағы һөйләмдәрҙе уҡып, ниндәй аш-һыу тураһында һүҙ бара
икәнен асыҡларға һәм ошо кеҫә - плакаттарға үҙ ояһына
урынлаштырырға.
Алдағы дәрестәрҙә беҙ тағы ла яңы
мәғлүмәттәр йыйырбыҙ, папкалар
туплауҙы дауам итербеҙ.
3. “Бишбармаҡ” бейеүен башҡарыу өсөн яҙма, магнитофон.
Башҡорт халыҡ ижадында башҡорт
аштары тематикаһы асыҡ сағылған. Ошо темаға ҡарата ниндәй бейеүҙәр беләһегеҙ? (“Бишбармаҡ” бейеүе , “Ҡымыҙ бешеү ” бейеүе һ.б.)
4.
Бейеү түңәрәгенә йөрөүселәр милли
башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары кейемендә
“Бишбармаҡ”
бейеүен башҡара.
Физкульминутка үткәреү
- бейеүселәрҙең бишбармаҡ (һалма) әҙерләгән хәрәкәттәрен ҡабатлау.
Һығымта яһау. Бейеүҙән күренеүенсә , башбармаҡ әҙерләү өсөн
ниндәй эштәр башҡаралар
һорауына эҙмә-эҙлекле яуап алыу.
( ондо иләйҙәр, һыу
ҡойоп ,ҡамыр баҫалар ,
ҡамырҙы йәйәләр, һалма
ҡырҡалар , һалманы ашҡа
һалып бешерәләр)
5.Аш-һыу темаһына шиғырҙар ҙа бар.
”Башҡорт ҡымыҙы” шиғырының тексы
менән
эш ойоштороу( 6-сы синыф
дәреслеге буйынса ).
5.1. Һүҙлек өҫтөндә эш: бейә-кобыла, көс- сила , дәрт- страсть ,
душевный подъем, күңелдәрҙе елкендерә- поднимает настроение,һыуһындарың баҫылыр- будет утоляться жажда, ҡылған – ковыль
5.2.Тексты тасуири уҡыу, үҙаллы
уҡытыу.
5.3.
Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуаптар
биреү.
-Бейәләрҙе кемдәр һауа?
-Ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында әйтелгән юлдарҙы табығыҙ.
-Ҡымыҙҙы нимәнән алалар?
-Бейәләр далала нимә ашайҙар?
-Ни
өсөн ҡымыҙ йырлата
ла , бейетә икән?
Ф.А.Кащеевтың
“Башҡорт ҡымыҙы” картинаһы буйынса
эш.Уҡылған текст менән
бәйләп картина буйынса текстар
төҙөтөү.
5.4. Һығымта яһау. Эйе, башҡорт
халҡының милли эсемлеге ҡымыҙ.Ҡунаҡсыл
башҡорттар ҡунаҡтарҙы ҡымыҙ менән һыйларға яратҡандар.
1У. Үткәнде нығытыу эше.
1.Картиналар ,
бөйөк кешеләрҙең һүҙҙәре яҙылған карточкалар
менән эшләү.(Ҡушымта 3,
картиналар эленә ).
- Башҡорттарҙың аш-һыуға мул, ҡунаҡсыл булыуын
билдәле кешеләр ҙә билдәләп киткән. (алдан әҙерләнгән мәғлүмәт уҡыла, һүрәттәр күрһәтелә).
3 төркөм ошо картиналар буйынса
сығыш әҙерләй:
“Л.Н.Толстой башҡорт
далаларында”
“А.П.Чехов Башҡортостанда”
“Пушкин башҡорттар
араһында”
-Һығымта
яһау.Ошо картиналар башҡорт
халҡының киң күңелле , ҡунаҡсыл
булыуын дәлилләй.
2. “Гөлнәзирә” йырының һүҙҙәрен таратам (ҡушымта 4) , музыкаль оҙатыу өсөн баян.
-Башҡорт аштары
исемдәре шаян йырҙарҙа ла
осрай. Мәҫәлән, шаян йыр “Гөлнәзирә” йыры.Был йырҙа башҡорт
халҡының килгән кешегә хөрмәтле булыуҙары ла
сағыла.
Йыр тексын уҡыу, йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап
биреү.
Баян оҙатыуында йырҙы йырлау.
Һығымта яһау- ысын башҡорт
һинең ҡунағың ул минең ҡунағым тип , күршеһенә килгән ҡунаҡты
һыйларға ярҙам итер.
3. Тирмә макеты менән эш.
-Ә ҡунаҡтарҙы
ҡайҙа һыйлағандар? (Тирмәлә)
-
Уларҙы кем ҡаршы алған? (Тирмә
(йорт) хужаһы ).
-
Ниндәй аштар менән
һыйлағандар?
- Ошо башҡорт
тирмәһенең түренә һеҙ
ниндәй һыйҙар ҡуйыр
инегеҙ?
У. Йомғаҡлау.
1.Һорауҙарға яуап
алыу.
-Ниндәй башҡорт аштары
тураһында белдек?
-Ниндәй билдәле кешеләр башҡорттар тураһында яҙған?
-Дәрес башындағы
проблемалы һорауға яуаптар
алыу ( Мин аш-һыу өлкәһендә
эшҡыуар булһам . ниндәй милли
башҡорт ашын рекламалар
инем? Нисек итеп?), уҡыусыларҙың рекламаларын
тыңлау. Эштәрҙе баһалау.
2. Таҡтала
яҙылған һөйләмде уҡыу, мәғәнәһен асыҡлау.
Табындарҙа аш-һыу мул, ә ғаиләләр татыу булһын!
3. Милләт-ара татыулыҡ
йылының эмблемаһы, уҡытыусының
дәресте йомғаҡлау һүҙе.
Быйылғы
йыл Башҡортостандың Президенты
Р.Хәмитов тарфынан Милләт-ара татыулыҡ
йылы тип иғлан
ителде.
Мин бөтә
милләт ғаиләләре аш-һыулы
мул тормошта татыу
булһын , үҙ-ара аралашып , бер-береһен хөрмәт
итеп , ярҙамлашып йәшәһендәр !
У1.Өйгә эш- биреү.
“Башҡорт аштары” альбомына өҫтәм мәғлүмәттәр , һүрәттәр килтерергә.
Әҙәбиәт.
1.И.Д.Бураҡаев,М.С.Бураҡвева,
М.Б.Юлмөхәмәтов. Башҡорт мәҙәниәте.Тормош һабаҡтары: 5 класс өсөн дәреслек, 4- се баҫма , -Өфө:Китап ,
2009.-144 бит.
2.Вилданов Ә.Х., Хажин В.И.
Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 6-сы
класы өсөн башҡорт
теле һәм уҡыу
дәреслеге.-Үҙг.3-1ө баҫма.-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2001.-296
бит.
3. Йырҙар.Алтынсы
баҫма.Төҙөүсеһе Х.Биҡҡолов.Өфө,Башҡортостан китап нәшриәте , 1984 й. – 624 бит.
Ҡушымта 1.
Урланған аш менән туҡ булмаҫһың. Көҙ бай булма ,
яҙ бай бул.
Тәмле нәмә күп булмай.
Аш-һыу янында һүҙ ҙә тәмле. Астың асыуы
яман.
Туҡ дуҫлыҡ эҙләр, ас ыҙғыш эҙләр.
Астың күҙе ҡаҙанда. Үҙе туйһа ла күҙе туймай.
Туйғансы аша,
тирләгәнсе эшлә. Аҙ, әммә йыш аша.
Майлап ашаһаң , сабата ла телде йоторлоҡ.
Йорт матур аш-һыу менән, кеше матур
йөҙө менән.
Күп ашаһаң ялҡырһың,
аҙлап ашаһаң тағын ашарһың.
Иргә – баш ,
ҡатынға – муйын , ҡыҙға - ҡанат , иргә – аяҡ.
Ашаған ашыңа төкөрмә , бәләгә тарырһың. Ас
булһаң да сама белеп аша.
Икмәк булһа йыр ҙа булыр. Аш тәмле ҡунаҡтар менән.
Ҡунаҡҡа яҡшы
аш ҡуй.Ҡымыҙ булһа күңелле булыр.
Ҡушымта 2.
1.Һөттән әҙерләнгән ризыҡтарҙың
береһе – ҡорот.
2.Ҡоротто һыуыҡ
тейгәндә дауа урынына иҙеп эскәндәр.
3.Ашҡаҙан
ауыртҡанда , аппетит булмағанда ла ҡорот
ярҙамға килгән.
4.Йөрәк ауыртһа , кеше тиҙ ҡыҙыусан булһа ,
халыҡ табиптары ҡорот ашарға кәңәш биргән.
5. Боронғо Грециян атаҡлы математигы Пифагор
балдың кеше ғүмерен оҙайтыуын белгән.Ул 90 йәшкә тиклем йәшәгән.
6.Атаҡлы табип Әбуғалисина йәш булыу өсөн бал ашарға тәҡдим иткән.
7. Балдың бөтә сорттарында ла глюкоза менән фруктоза күп.
Улар йөрәк мускулдары өсөн файҙалы.
8.Сөсө ҡамырҙан йәймә йәйеп, дүрткел итеп ҡырҡылған һалманы иттең һурпаһына һалып бешерәләр.9.Бишбармаҡ бик
туҡлыҡлы, сөнки ул һимеҙ ит һурпаһында бешерелә. Уны ашҡаҙан еңел эшкәрһен өсөн ҡоротлап ашарға кәрәк.
10. Бейә һөтөнән эшләнгән был эсемлек бик шифалы.
11.Үпкә ауыртҡанда, кешенең хәле булмағанда
ҡымыҙ менән дауаланалар
Ҡушымта 3.
1.Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Лев
Николаевич Толстой башҡорттарҙа ҡымыҙ
эсеп дауалана. Ул башҡорттарҙың бик ҡунаҡсыл , киң күңелле булыуын яҙып ҡалдырған.
2.Ә Пушкин былай тип яҙа:
“
Башҡорттарҙың ҡунаҡсыллығын , бигерәк тә ситтән килгәндәргә
ихтирамын билдәләп үтергә кәрәк.
Улар киң күңелле,ҡунаҡсыл,алсаҡ.
Ғаиләһендә лә шулай.Йәмғиәт эштәрендә лә ҡыҙып-туҙып бармай , бөтә мәсьәләләрҙе һәүетемсә хәл итә”
Ҡушымта 4.
Гөлнәзирә.
(Шаян
халыҡ йыры)
Күршеләргә
ҡунаҡ килгән инде нихәл
итәйек?
Туҡмаҡ ҡойроҡ ҡара бәрәс һуйып ҡунаҡ итәйек?
Ай,
эйелмәй, бөгөлмәй
Матур
баҫа түгелме?
Матур
баҫып бейегәндә
Күңел
аса түгелме?
Күршеләргә ҡунаҡ килгән инде
нихәл итәйек?
Бишбармаҡтар , ҡымыҙ , сәксәк менән ҡунаҡ итәйек.
Ай,
эйелмәй, бөгөлмәй
Матур
баҫа түгелме?
Матур
баҫып бейегәндә
Күңел
аса түгелме?
-Һеҙҙә ҡунаҡ ҡыҙы
бар.
-Безҙә ҡурай
моңо бар.
-Ҡунак ҡыҙын
күрге килә.
-Ҡурай ал да
беҙгә бар.
Ай,
эйелмәй, бөгөлмәй
Матур баҫа
түгелме?
Матур
баҫып бейегәндә
Күңел аса
түгелме?
-Һыуҙар аға арыҡтан.
-Ҡыҙҙар ҡарай ярыҡтан.
-Һикереп төшөп бейер инем .
-Ояламын халыҡтан.
Ай, эйелмәй, бөгөлмәй
Матур баҫа
түгелме?
Матур
баҫып бейегәндә
Күңел аса
түгелме?

Комментариев нет:
Отправить комментарий