среда, 6 января 2016 г.

Антонимдар


Ҡаһарманова Зөлфиә      Ғәбит     ҡыҙы,
Рәсәй Федерацияһының  мәғариф  алдынғыһы ,
Башҡортостан Республикаһының   атҡаҙанған  уҡытыусыһы
Өфө районы  Шамонино урта мәктәбенең юғары категориялы   башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы



Мәҡәлле  һүҙ – аҡыллы  һүҙ
 
   
Антонимдар  һүҙлеге -   уҡыусылар  өсөн   файҙалы  белешмә.  Ултелмәр  үҫтерергә, уны  тәьҫирлерәк, образлыраҡ ,  асығыраҡ  итергә  ярҙам  итә.
Әхтәмов  М.Х.   Башҡорт  теленең  антонимдар  һүҙлеге. – 3-сө  баҫма,  тулыландырылған. – Өфө:  Китап, 2009. – 352  бит.





Эш.Аҫтына  һыҙылған  һүҙҙәргә  антонимдар  табып,  мәҡәлдәрҙе  уҡы.

1.Насар  һүҙ -  йәнгә  дарыу,  яҡшы  һүҙ -    ағыу.
2.Кем  менән  ағарғанһың,  шуның  менән  ҡарай.
3.Асыу -  дарыу, үткәрә  белһәң  -  ағыу.
4.Күп  ашаһаң  тағы  ашарһың ,   аҙ  ашаһаң ,  ни  ашарһың.
5.Күп  һөйлә,  аҙ  тыңла.
6.Күп  һөйләһәң ,  күп  ишетерһең.
7.Алдаһаң -  ҡотолорһоң,  дөрөҫөн  һөйләһәң -  тотолорһоң.
8.Уңған аҙ  эшләр, тик  күп  тешләр.
9.Аҙ  һүҙ  - көмөш ,  күп  һүҙ  - алтын.
10.Ҡушылғанды  айыу  ашар.
11. Йомарт  тапһа ,   яңғыҙы  ашар ,   һаран  тапһа ,  бергә  ашар.
12. Ҡара  эттең  бәләһе  ҡара  эткә.
13. Аҡ  кешенең  тире  сыҡҡансы,  ҡара  кешенең  йәне  сығыр.
14. Ҡараға аҡ  тиҙ  йоға.
15. Аҡыллы  дуҫтан ,  алйот  дошман  артыҡ.
16. Алйотҡа  бер  һүҙ -  мая,  аҡыллыға  мең  һүҙ  -  зая.
17. Киләсәккә  ҡарап  ғибрәт  ал ,  үткәнгә  ҡарап  шөһрәт  ал.
18. Асыу  арттан ,  аҡыл  алдан.
19. Уңған  юрғанына  ҡарап  аяҡ  һуҙыр.
20. Яҡын  булһа , кешләшер ,  алыҫ  булһа ,  тешләшер.
21. Тауға  менеүе  рәхәт ,  төшөүе  ҡыйын.
22. Ябыҡ  тәндә  һимеҙ  йән.
23. Ҡойоға  таш  ташлау -  ауыр ,  кире  алыу   -  еңел.
24. Тырышһаң  -  ауырырһың,   иренһәң  -  һауығырһың.
25. Байҙың  тәмһеҙ   ашы – ярлының   ҡанһыҙ  йәше.
26 . Ярлыға  мал  ҡиммәт,  байға   йән  ҡиммәт.
27. Бурыслы      байлыҡ  -  үҙе  байлыҡ.
28. Эше  юҡтың  ашы  бар.
29.Юҡ  яраштыра,  бар  талаштыра.
30. Күҙ  батыр,  ҡул  ҡурҡаҡ.
31. Ҡурҡаҡ  бер  үлер,  батыр  ҡырҡ  үлер.
32. Башланмаған  эш  -  бөткән  эш.
33. Ала  белмәһәң ,  килтерә  бел.
34.Берлектә –һәләкәт,   тарҡаулыҡта -  бәрәкәт.
35. Яҡшы   боҙоп,  яуыз  төҙөп  ҡыуаныр.
36.   Ысынды  һөйләмәйенсә,  ысынды  белеп  булмай.
37. Оло  һыуҙа  оло  балыҡ  үҫмәй.
38.  Оло атты  маҡта ла ,  бәләкәй  атты  ек.
39.  Бәхеттән ҡурҡҡан  бәхет  күрмәҫ.
40.  Яман  ялғандан   яман  дөрөҫлөк  яҡшы.
41.Дөрөҫлөктөң  аяғы  ҡыҫҡа.
42. Үҙеңде  маҡта,  кешене  хурла.
43. Ил  һаҡлау -  хурлыҡ,  ил  баҫыу -  ҙурлыҡ.
44.   Урынлыһаранлыҡ  -  ҙурлыҡ,  урынһыҙ  йомартлыҡ -  хурлыҡ.
45. Ит  яуызлыҡ ,  көт  изгелек.
46. Яман  менән  йөрөһәң,  аҙағында   көлөрһөң.
47. Кеше  шатлығы   - төштән  һуң.
48.  Иҫкегә ышанып, яңыны утҡа  яҡма.
49. Йомарт байҙанһаран ярлы  яҡшы.
50. Ҡаты ағасты  ҡорт  ашар.
51. Ҡаты  һүҙ   йән   иретер.
52. Ҡышын   айранһыҙ   булма,  йәйен  юрғанһыҙ   булма.
53. Ҡарт   көсөнә   таяна,  йәш – аҡылына.
54. Ҡарт  янында  -  йәштәрсә,  йәш   янында   ҡарттарса   бул.
55.  Сығымың ниндәй,    керемең дә  шулай.
56. Дуҫ   тәүҙә   ашыңды  ашар  ҙа, сығып  башыңды  ашар.
57. Ауырыу  эш  менән  керә.
58.  Кергән  - зыян,  сыҡҡан  -  файҙа.
59.Дан  килер  ҙә  китер ,  насар  исем  атанан  балаға  етер.
60.Киң  табында  сәй  эскәнсе, тар  табында  һыу  булһа  ла  эс.
61. Күҙ өсөн   көҙ  яҡшы,  ауыҙ    өсөн  яҙ  яҡшы.
                                   62.   Яҙғы   ҡатыҡ  -  ҡыҙыма,    көҙгө ҡатыҡ -  улыма.
63. Яҙын  аҙыҡлы,  көҙөн  кейемле  юлға  сыҡма.
64. Бала  саҡта  көйҙөрә,  үҫә килә  һөйҙөрә.
65.Рәхәт  төбө -    һөйөнөс ,  михнәт  төбө – көйөнөс.
66.Төндөң  күҙе  бар ,  көндөң  ҡолағы  бар.
67. Төнөн   йөрөһәң  кеше   күрә,  көндөҙ   йөрөһәң  эт  өрә.
68.Аҙҙы  көтөп ,  күптән  буш  ҡалма.
69.Кәкре  барһаң  -  уңырһың,  тура  барһаң  -  туңырһың.
70.Ҡыуаныстан  һуң  ҡайғы  яҡшы.
71. Шатлыҡ  эсендә  шатлыҡ  бар ,   ҡайғы  эсендә  ҡайғы  бар.
72. Яҡты  донъяла   мәңге  ятҡансы,  ҡараңғы  донъяла  бер  көнөң артыҡ.
73. Ағас  ҡырҡһаң  ҡыҫҡа  ҡырҡ,  юна-юна  ҡыҫҡарыр,  тимер  ҡырҡһаң  оҙон  ҡырҡ,  һуға-һуға  оҙонайыр.
74. Яманлыҡ  юлда  ҡалмаҫ, яҡшылыҡты  ат  та  тарта  алмаҫ.
75.   Үҙеңдең   түшәгендә  йоҡлағансы, ситтең  иҙәнендә  йоҡла.
76. Ағай – эне  ярашыр ,   атҡа  менһә  талашыр.
77. Көршәк  эсе  таш  булһа ла,  тышы  ҡыуыштыр.
78.Уңған  ашҡа  килер ,   ялҡау  эшкә  килер.
79.  Бер    ялғанды  мең  хаҡлыҡ    еңә  алмай.





Комментариев нет:

Отправить комментарий